1 сентябрь - Белем байрамы!
Сентябрь 1, 2023
Просмотров: 38
1 сентябрь - Белем байрамы!
Бөгөн Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы 2023-2024-се уҡыу йылына аяҡ баҫты. Бар уҡыусыларҙың йөҙҙәре балҡый, күҙҙәрендә нур, йөрәктәрендә дәрт. Уҡыусылар белем алыу теләге менән туған мәктәбенә аяҡ баҫа. Беҙҙең дә лицейыбыҙға 1-се класҡа 91 бала ҡабул ителде.
Белем усағыбыҙ-лицейыбыҙ мәктәптәрҙе модернизациялау федераль программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелеп, быйылғы уҡыу йылында уҡыусылар яңыртылған мәктәпкә аяҡ баҫты. Уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы мәртәбәле ҡунаҡтар тәбрикләне. Улар - Афзалов Рөстәм Әхмәткәрим улы, Юлдашбаев Азамат Мырҙағәле улы, Сафиуллина Розалия Рәсих ҡыҙы, Дияров Рушан Нурмөхәмәт улы һ.б.
Яңы уҡыу йылында барығыҙға ла уңыштар теләйбеҙ!
https://vk.com/album-166978753_298582605