1. Учителям
  2. Новости
  3. Ашнаҡсы көнө!

Ашнаҡсы көнө!

Октябрь 20, 2022 Просмотров: 96
20 октябрҙә Ашнаҡсы көнө билдәләнде. Халыҡ-ара статусҡа эйә булған был байрамға Бөтә донъя Кулинарҙар берекмәләре ассоциацияһы тарафынан бынан 15 йыл элек, 2004 йылда нигеҙ һалына.
Был ҡатмарлы, теүәллек һәм яуаплылыҡ талап иткән хеҙмәт, әммә беҙҙең ашнаҡсылар үҙ эштәрен еңел башҡаралар!

Беҙҙең лицей ашнаҡсылары Йомағужина Әлфиә Фрунзе ҡыҙы,Иҫәнгилдина Альмира Хәмидьйән ҡыҙы,Исмағилова Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы,Танһыҡҡужина Динә Морат ҡыҙы(беҙҙең эшмәкәрлек өлкәһендә иң ҙур стажға эйә) үҙ эштәрен яратып башҡаралар, балаларҙы тәмле аштары менән ҡыуандырып торалар.
Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ҙур уңыштар юлдаш булһын,көндәрегеҙҙе шатлыҡ биҙәһен.Сәләмәтлек-ярты бәхет, тиҙәр
ошо бәхет ситләп үтмәһен!