Беҙҙең лицейыбыҙҙа шаулап гөрләп көҙгө йәрминкә үтте!
Октябрь 13, 2022
Просмотров: 81
Бөгөн беҙҙең лицейыбыҙ бал ҡорто иләүе кеүек гөж килде. Сөнки беҙҙә шаулап - гөрләп көҙгө йәрминкә үтте. Йәрминкә мәктәп алдында беренсе тапҡыр ойошторолдо. Һәр класс был байрамда әүҙем ҡатнашты. Байрам бик күңелле булды. Уҡыусылар үҙҙәре бешереп алып сыҡҡан тәмлекәстәрен, йәшелсә - емештәрен, һуттар һаттылар. Байрам беҙҙең бер аҙға ғына булһа ла күңелдәрҙе, кәйефтәрҙе күтәреп ебәрҙе. Бигерәк тә йылмая - көлә, тырышып йөрөп һатҡан уҡыусылар булды. Афариндар! Ә инде йыр - моңһоҙ ниндәй йәрминкә була? Ҡайһы бер уҡыусылар бейенеләр, йырланылар. Бик күңелле булды. Киләсәктә лә бындай йәрминкәләр булыр тип уйлайым. Иң мөһиме, донъяларыбыҙ тыныс, күгебеҙ
аяҙ булһын! Рәхмәт барығыҙға ла!
аяҙ булһын! Рәхмәт барығыҙға ла!