1. Учителям
  2. Новости
  3. Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаевтың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе

Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаевтың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе

Апрель 7, 2022 Просмотров: 197
Бөгөн, 7 апрель көнө, Башҡорт лицейында яҙыусы, иҡтисад фәндәре кандидаты, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, күкрәген күп орден һәм миҙалдар биҙәгән яугир, шул иҫәптән Ленин ордены, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РСФСРҙың халыҡ мәғариф отличнигы, Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаевтың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте.

Был сараға мәғәриф ветераны, Башҡортостан Республикаһы, халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре Гөлсирә Ҡыуандыҡ ҡыҙы Өмөтбаева һәм Гүзәл Риф ҡыҙы Юлмөхәмәтова саҡырылды.
Хәтер кисәһен асыу өсөн һүҙ Башҡорт лицейының директоры Дилә Урал ҡыҙы Фәтҡуллинаға бирелде. Кисәне алып барыусылар Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаевтың тормош һәм ижад юлын һөйләп үттеләр.

Рамаҙан Ғимран улын, Хәнифә Ғимран ҡыҙын, Рәис Мөхәмәтсафа улын, Мөхтәрәмә Таһир ҡыҙын, Әсҡәт Ғимран улын һәм башҡа ошо яҡты донъянан киткән туғандарын ҙур хөрмәт менән бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ.

Ҡала һәм республика олимпиадаларында, фәнни конференцияларҙа, төрлө бәйгеләрҙә еңеүсе уҡыусылар өсөн Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия булдырылды. Ул премия Өмөтбаевтар тарафынан бирелә. Бөгөн дә Гөлсирә Ҡыуандыҡ ҡыҙы 8 уҡыусыға мәртәбәле премияны тапшырып үтте.

Быйылғы уҡыу йылында, лицейыбыҙҙа беренсе тапҡыр «Иң яҡшы класс» конкурсы иғлан ителде. Был конкурстың бөтә талаптарын да үтәүсе 11 класс (класс етәксеһе Ғәбитова Сулпан Әсхәт ҡыҙы) еңеүсе тип билдәләнде. Уларға Гүзәл Риф ҡыҙы һәм Ринат Риф улы тарафынан 10 мең күләмендәге аҡсалата премия тапшырылды.