1. Учителям
  2. Новости
  3. Уҡырға инеү шарттары менән танышыу

Уҡырға инеү шарттары менән танышыу

Январь 20, 2022 Просмотров: 70

    19 ғинуар 11 сығарылыш синыфы уҡыусылары Өфө дәүләт сәнғәт институтының вәкилдәре менән осрашыуҙа ҡатнашты. З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультеты деканы - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов, режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы мөдире Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артискаһы, профессор Таңсулпан Бабичева, факультеттың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, доцент Гөлсәсәк Саламатова уларҙы факультеттар, уҡырға инеү шарттары менән таныштырҙы, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.Видеоконференция формаһында үткәрелгән һөйләшеүҙә сығарылыш класы үҙҙәренә кәрәкле информация алғандыр тип ышанабыҙ.