1. Ученикам
  2. Новости
  3. Йыл уҡыусыһы – 2024

Йыл уҡыусыһы – 2024

Май 18, 2024 Просмотров: 26
17 май инде традицияға әүерелә барған “Йыл уҡыусыһы – 2024” мәктәп сараһы уҙҙы. Был сарала йыл да уҡыуҙа ҙур уңыштарға өлгәшкәндәр, фән һәм ғилем серҙәрен үҙләштергәндәр, спорт ярыштарында алдынғылыҡты бирмәгәндәр, тамашысыларға үҙҙәренең талантын, йыр-моңон, оҫта һүҙен еткергәндәр, ғөмүмән, лицейҙың ғорурлығы булған уҡыусылар тәбрикләнә.
"Йыл уҡыусыһы" сараһын үткәреүҙә лицейҙың даими спонсорҙарының өлөшө ғәйәт ҙур. Тап улар ярҙамында уңышҡа өлгәшкән һәр лицеист бүләккә лайыҡ булды. "Йыл уҡыусыһы – 2024" сараһында бөтәһе 300-гә яҡын уҡыусы бүләкләнде. Төрлө өлкәләге олимпиада, фәнни эштәр, конкурстар, ярыштар буйынса маҡтау ҡағыҙҙары менән бер рәттән уҡыусылар спонсорҙарҙан ҡиммәтле бүләктәр, сертификаттар, аҡсалата приз алдылар.
“Йыл уҡыусыһы” номинацияһында еңеүселәр:
«ЙЫЛ ӨМӨТӨ» номинацияның еңеүсеһе – Ырыҫбаева Нургизә, 4а класы уҡыусыһы;
«ЙЫЛ ОЛИМПИЕЦЫ» номинацияның еңеүсеһе – Алламоратова Ильяна, 10 класс уҡыусыһы;
«ЙЫЛ ТИКШЕРЕНЕҮСЕҺЕ» номинацияһының еңеүсеһе - Илғыуатова Гөлназ, 10 класс уҡыусыһы;
«ЙЫЛ АКТИВИСЫ» номинацияһы еңеүсеһе – Ишҡолова Дилиә, 7а класы уҡыусыһы;
«ЙЫЛ СПОРТСМЕНЫ» номинацияһында еңеүсе – Ҡаһарманов Дияз, 11 класс уҡыусыһы;
«ЙЫЛ ПАТРИОТЫ» номинацияһында еңеүсе – Хәсәнов Илнур, 8б класы уҡыусыһы;
«ЙЫЛ УҠЫУСЫҺЫ- 2024» номинацияһының еңеүселәре – Һөйөндөков Фәнис, Ҡаҙаҡбаева Альмира, 11 класс уҡыусылары.
АФАРИНДАР!!!