1. Ученикам
  2. Новости
  3. Хәйерле юл, егеттәр! Уңған, аҡыллы ҡыҙҙар! Юлдарығыҙ уң булһын! Аҡ бәхеттәр, аҡ юл һеҙгә!

Хәйерле юл, егеттәр! Уңған, аҡыллы ҡыҙҙар! Юлдарығыҙ уң булһын! Аҡ бәхеттәр, аҡ юл һеҙгә!

Май 25, 2024 Просмотров: 23
24 май көнө 9 һәм 11 класс уҡыусылары нисәмә йыл яңғыраған көмөштәй саф ҡыңғырау тауышы менән хушлашты. Хушлашыу тантанаһында, йола буйынса, лицей директоры Фәтҡуллина Дилә Урал ҡыҙына, килгән ҡунаҡтарға, башланғыс класс уҡытыусыларына, ата-әсәләргә, һәм әлбиттә, сығарылыш класс уҡыусыларына һүҙ бирелде. Сара моңло йыр, шиғырҙар, мәктәп вальсы менән оҙатылып барҙы. Киләһе класс етәкселәре балаларҙы оло тормош юлына оҙатты:
11 а класы – Хәмитова Айгөл Салауат ҡыҙы
9а класы – Ғүмәрова Зилә Ғәле ҡыҙы
9б класы – Моталлапова Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы
9в класы – Раимова Гүзәл Яхыя ҡыҙы
Хәйерле юл, егеттәр!
Уңған, аҡыллы ҡыҙҙар!
Юлдарығыҙ уң булһын!
Аҡ бәхеттәр, аҡ юл һеҙгә!