1. Ученикам
  2. Новости
  3. #лицейвлицах Фәтҡуллина Дилә Урал ҡыҙы

#лицейвлицах Фәтҡуллина Дилә Урал ҡыҙы

Сентябрь 4, 2023 Просмотров: 20
#лицейвлицах
Фәтҡуллина Дилә Урал ҡыҙы 1988 йылдың 25 августында Хәйбулла районының Подольск ауылында донъяға килә. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына уҡырға инә. Уны 2010 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлап, хеҙмәт юлын Сибай ҡалаһындағы гимназияла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, вожатый булып башлай, аҙаҡ Сибай педагогия колледжында студенттарға белем бирә. 2014-2021 йылдарҙа ҡаланың 1-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары була. Сибай ҡала хакимиәте грантына үткән “Йәш педагог” конкурсында Гран-при яулай, 2016 йылда “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” төбәк-ара конкурсында ҡатнаша һәм “Иң яҡшы белем биреү проекты” номинацияһына лайыҡ була.
2021 йылдың июнь айынан Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы директоры вазифаһын биләй.