1. Ученикам
  2. Новости
  3. Фәтҡуллина Дилә Урал ҡыҙы бөгөн 35 йәшлек юбилейын билдәләй

Фәтҡуллина Дилә Урал ҡыҙы бөгөн 35 йәшлек юбилейын билдәләй

Август 25, 2023 Просмотров: 28
Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы директоры Фәтҡуллина Дилә Урал ҡыҙы бөгөн 35 йәшлек юбилейын билдәләй. Хөрмәтле Дилә Урал ҡыҙы! Һеҙ лицейыбыҙға килгән көндән алып һөнәрегеҙгә тоғро хеҙмәт итәһегеҙ. Үҙ һөнәрегеҙҙе яратып, намыҫлы башҡараһағыҙ, балаларҙы яратаһығыҙ, шуға ла улар араһында ихтирам яуланығыҙ, коллективта ла абруйығыҙ ҙурҙан. Юғары ойоштороу һәләте, уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр менән уртаҡ тел таба белеү, һәр саҡ алдынғылыҡҡа, яңылыҡҡа ынтылыу – һеҙҙе биҙәүсе төп сифаттар. Юбилейығыҙ айҡанлы һеҙгә бар хыялдарығыҙ тормошҡа ашыуын, эшегеҙҙә уңыштар, ғаиләгеҙҙә именлек теләп ҡалабыҙ.