1. Ученикам
  2. Новости
  3. "ӨМӨТБАЕВ УҠЫУҘАРЫ" РЕСПУБЛИКА ФӘННИ-ҒӘМӘЛИ КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ

"ӨМӨТБАЕВ УҠЫУҘАРЫ" РЕСПУБЛИКА ФӘННИ-ҒӘМӘЛИ КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ

Май 3, 2024 Просмотров: 3000
"ӨМӨТБАЕВ УҠЫУҘАРЫ" РЕСПУБЛИКА ФӘННИ-ҒӘМӘЛИ КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ

Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы быйыл 5-се тапҡыр "Өмөтбаев уҡыуҙары" фәнни-ғәмәли конференцияһын үткәрҙе. 
2014, 2018 йылдарҙа конференция зона кимәлендә, ә 2022 йылдан алып республика кимәлендә үтә. Унда республика мәктәптәренең 1-11 класс уҡыусылары, шулай уҡ уҡытыусылар ҡатнаша ала.
Быйылғы конференцияла төрлө район һәм ҡалаларҙан 200-гә яҡын уҡыусы һәм уҡытыусы ҡатнашты, шуларҙың араһынан 69 кеше еңеүсе һәм призёр тип табылды. Уларҙың һәр береһе диплом менән бүләкләнә. Ҡалған ҡатнашыусыларға сертификат тапшырыла.