1. Ученикам
  2. Новости
  3. Уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға уңыштар һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға уңыштар һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Май 29, 2023 Просмотров: 51
26 май көнө Өфө ҡалаһының «Торатау» Конгресс-холында 2022-2023 уҡыу йылында Ю.А.Гагарин исемендәге Кубокка уҡыусылар Олимпиадаһының Республика этабы еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы үтте.

Был тантаналы сарала лицейыбыҙҙың 6в класы уҡыусыһы Аҡманова Алтынай һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Минниәхмәтова Лилиә Нурулла ҡыҙы ҡатнашты. Афарин!

Шулай уҡ уҡыу йылы аҙағында олимпиадала ҡатнашҡан, мәктәп һәм муниципаль, республика этаптарында призлы урындар йә еңеү яулаған уҡыусыларға дипломдар, значоктар, бүләктәр тапшырылды.

Уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға уңыштар һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!