1. Ученикам
  2. Новости
  3. Быйылғы уҡыу йылында 9 класты 75 уҡыусы тамамлай

Быйылғы уҡыу йылында 9 класты 75 уҡыусы тамамлай

Май 22, 2023 Просмотров: 64
Бөгөн Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының 9 класс уҡыусылары өсөн "Һуңғы ҡыңғырау" байрамы уҙҙы. Быйылғы уҡыу йылында 9 класты 75 уҡыусы тамамлай.
Тантана бик сағыу һәм үҙенсәлекле үтте. Сығарылыш класс уҡыусыларын лицей директоры Фәтҡуллина Дилә Урал ҡыҙы, сараға саҡырылған мәртәбәле ҡунаҡтар (Ишемғолова Гүзәл Әхмәт ҡыҙы, Асылбаев Әхәт Әхмәт улы, Өмөтбаева Гөлсирә Ҡыуандыҡ ҡыҙы, Йәндәүләтова Айгөл Марат ҡыҙы), башланғыс класс уҡытыусылары, класс етәкселәре, ата-әсәләр тәбрикләнеләр. Уҡыусылар әҙерләгән матур шиғырҙар, моңло йырҙар һәм, әлбиттә, мәктәп вальсы күңелдәргә үтеп инде.
"Һуңғы ҡыңғырау" сараһында йыл дауамында уҡыуҙа, спортта, ижади конкурстарҙа, олимпиадаларҙа уңышҡа өлгәшкән уҡыусыларға Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия тапшырылды. Быйылғы уҡыу йылында Гөлсирә Ҡыуандыҡ ҡыҙы ҡулынан премия алыуға һигеҙ уҡыусы лайыҡ булды.
Барлыҡ уҡыусыларҙы Һуңғы ҡыңғырау байрамы менән ҡотлайбыҙ! Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!