1. Ученикам
  2. Новости
  3. 6 б класы уҡыусылары, БСТ төшөргән, "Ҡыҙыл Армеец Яҡупов"фильмының презентацияһын ҡараны

6 б класы уҡыусылары, БСТ төшөргән, "Ҡыҙыл Армеец Яҡупов"фильмының презентацияһын ҡараны

Май 18, 2023 Просмотров: 33
Бөгөн 6 б класы уҡыусылары, БСТ төшөргән, "Ҡыҙыл Армеец Яҡупов"фильмының презентацияһын ҡараны.Фильмда һүҙ 112 - се башҡорт атлы дивизияһында һуғышҡан Дәүләтбай Яҡупов тураһында бара. Фильмдың сценаристары "Дон далалары" әҫәрен Дәүләтбай Яҡупов яҙғанын иҫбатлай алды. Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының 1б клас уҡыусыһы Ибраһимова Ғәлиә был фильмда дебют яһай. Ул йәш Гөлсәсәк ролен башҡара. Ғәлиәне ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Торошонда тағы ла ижади уңыштар теләйбеҙ.Сара аҙағында был проектта ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте.