1. Ученикам
  2. Новости
  3. "Йыл уҡыусыһы-2023”

"Йыл уҡыусыһы-2023”

Май 15, 2023 Просмотров: 1845
Йәмле май айының ошо йәмле көнөндә, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театры залында, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының уҡыусылары, уҡытыусылары, ата-әсәләре уҡыу йылына йомғаҡ яһарға - “Йыл уҡыусыһы – 2023” фестиваленә йыйылды. Сарала уҡыуҙа ҙур уңыштарға өлгәшкәндәр, фән һәм ғилем серҙәрен үҙләштергәндәр, спорт ярыштарында алдынғылыҡты бирмәгәндәр,тамашасыларға үҙҙәренең талантын, йыр-моңон, оҫта һүҙен еткергәндәр билдәләнеп үттеләр, даими спонсорҙарыбыҙ тарафынан әҙерләнгән бүләктәр менән бүләкләнделәр. "Йыл уҡыусыһы-2023” исеменә киләһе уҡыусылар лайыҡ булдылар:
«ЙЫЛ ӨМӨТӨ» – Мөхәмәтшина Әминә, 2б класы уҡыусыһы;
«ЙЫЛ ОЛИМПИЕЦЫ» - Һөйөндөкөв Фәнис һәм Яҡшыбаева Линера, 10 класс уҡыусылары;
«ЙЫЛ ТИКШЕРЕНЕҮСЕҺЕ» - Ғәлләмова Регина, 9в класы уҡыусыһы;
«ЙЫЛ АКТИВИСЫ» – Әминева Айзилә, 8б класы уҡыусыһы;
«ЙЫЛ СПОРТСМЕНЫ» – Ғүмәрова Ынйы, 7а класы уҡыусыһы;
«ЙЫЛ ПАТРИОТЫ» – Игебаева Дилә, 9в класы уҡыусыһы;
«ЙЫЛ УҠЫУСЫҺЫ- 2023» –Ҡаҙаҡбаева Альмира, 10 класс уҡыусыһы;
«ЙЫЛ КЛАСЫ - 2023» - 8а класы (класс етәксеһе – Ғүмәрова З.Г.).
Фестивалдең еңеүселәренә артабан да яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ! Икенсе уҡыу йылында ла лицейыбыҙҙың ғорурлығы булған уҡыусылар сәхнә түрен тултырырҙар, тип ышанабыҙ.