1. Ученикам
  2. Новости
  3. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге дәүләт драма театры сәхнәһендә Башҡорт лицейының "Йыл уҡыусыһы-2023" фестивале гөрләп үтте

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге дәүләт драма театры сәхнәһендә Башҡорт лицейының "Йыл уҡыусыһы-2023" фестивале гөрләп үтте

Май 15, 2023 Просмотров: 53
Бөгөн Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге дәүләт драма театры сәхнәһендә Башҡорт лицейының "Йыл уҡыусыһы-2023" фестивале гөрләп үтте. Лицейыбыҙ ремонтта булыуына ҡарамаҫтан директорыбыҙ Дилә Урал ҡыҙы, мәктәп администрацияһы форсатын табып, ҙур сәхнәлә лицей алдынғыларын тәбрикләп грамота бүләктәр тапшырҙы. Бөгөн театрҙың тамаша залы уҡыусыларҙың асыҡ шат йөҙҙәре, ата -әсәләрҙең һиҙҙермәҫкә тырышҡан ғорурлығы, уҡытыусы -остаздарҙың ҡыуаныстары менән балҡып торҙо. Ҡотлауҙар менән үрелеп барған уҡыусыларыбыҙҙың сағыу концерт номерҙары, квн командаһының сығышы сараға йәм өҫтәне.
Йыл уҡыусыһы, йыл асышы, йыл активисы, номинацияһы еңеүселәре фестиваль бағымсыларынан ҡиммәтле бүләктәр, ата - әсәләр рәхмәт хаттары алып ҡыуанды.
Ошо сараны ойоштороусы лицейыбыҙ директоры Дилә Урал ҡыҙына, балаларымдың һәләттәрен күреп үҫтереүсе Фәимә Әғләм ҡыҙына, Ильнур Әхәт улына һәм балаларҙы ҡанатландырыусы бөтә лицей коллективына, бағымсыларға оло рәхмәтемде белдерәм.
Эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы теләйем.