1. Ученикам
  2. Новости
  3. 4а класы уҡыусылары ҡалабыҙҙың Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында, республика кимәлендәге тура эфирҙа ҡатнаштылар.

4а класы уҡыусылары ҡалабыҙҙың Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында, республика кимәлендәге тура эфирҙа ҡатнаштылар.

Март 12, 2023 Просмотров: 37
Күптән түгел 4а класы уҡыусылары - Сирбаев Асҡар, Фәхретдинова Илсиә, Йыһангиров Данияр һәм Ғимаҙова Илзирә ҡалабыҙҙың Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында, республика кимәлендәге тура эфирҙа ҡатнаштылар. Эфир Башҡортостан һәм Рәсәй символдары темаһына арналды. Балалар үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәттеләр. Һорауҙарға тулы, тапҡыр яуап бирҙеләр. Пазлдар төҙөп тапҡырлыҡтарын күрһәттеләр. Етеҙлектә лә көс һынаштылар. Яратҡан йырҙарын йырлап та ишеттерҙеләр. Дөйөм алғанда уҡыусыларға был сара бик тә оҡшаны. Ошондай фәһемле, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс сараға, ышаныс менән саҡырғандары өсөн, китапхана хеҙмәткәрҙәре - Венера Мазһаровнаға һәм Рәйсә Зәкировналарға рәхмәтебеҙ сикһеҙ