1. Ученикам
  2. Новости
  3. 17 февраль көнө А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт драма театрында"Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы"тигән спектакль ҡуйылды.

17 февраль көнө А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт драма театрында"Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы"тигән спектакль ҡуйылды.

Февраль 17, 2023 Просмотров: 54
17 февраль көнө А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт драма театрында"Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы"тигән спектакль ҡуйылды. Спектаклде лицейыбыҙҙың 6б һәм 10а класы ҡараны. Әйтергә кәрәк, 6б класына билеттарҙы 10 а класы, Пушкин картаһына алып, бүләк итте. Бәхетле булыу – һәр кешенең теләге. Тик һәр кем дә үҙ бәхете өсөн көрәшергә, бар ҡаршылыҡтарҙы үтергә әҙерме? ХХ быуат башында башҡорт ауылында йәшәгән йәш ҡыҙ Әлимәнең үҙ-үҙе булып ҡалыуы һәм бәхетенә ирешеү ынтылышы беҙгә ысын кеше өлгөһөн күрһәтә. Башҡорт әҙәбиәте классигы Дауыт Юлтый яҙған был тарих балаларҙың күңеленә лә үтте, фәһемле лә булды.