1. Ученикам
  2. Новости
  3. Мәғариф - ул беҙ

Мәғариф - ул беҙ

Февраль 4, 2023 Просмотров: 20
Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының педагогтары Баймаҡ лицей-интернатында ойошторолған "Мәғариф - ул беҙ" асыҡ сараһында ҡатнаштылар. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған сарала "Эшлекле әңгәмә: практикум", "Педагогик оҫтахана", "Бала саҡ иле" майҙансыҡтары эшләне. Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура райондары, Сибай ҡалаһы педагогтары был майҙансыҡтарҙа сығыш яһанылар, фекер алыштылар, тәжрибә менән бүлештеләр. Урал аръяғының милли мәктәптәре өсөн ойошторолған стратегик сессиянан уҡытыусылар рухланып, яңы тәьҫораттар алып ҡайттылар.