1. Ученикам
  2. Новости
  3. 6б һәм 6в кластары араһында "Үҙ телемдә һөйләшәм" исемле интеллектуаль уйын үткәрелде

6б һәм 6в кластары араһында "Үҙ телемдә һөйләшәм" исемле интеллектуаль уйын үткәрелде

Декабрь 14, 2022 Просмотров: 106
Үҙ телемдә һөйләшәм-
Миңә ҡоштар көнләшә.
Үҙ телемдә һөйләшәм-
Мин ҡояшҡа тиңләшәм.

Эйе, туған телебеҙ башҡорт теле-ҡоштар көнләшерлек моңло, бай тарихлы тел. Бына ошо телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм телебеҙҙең матурлығын, байлығын күрһәтеү маҡсатында Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында Башҡорт теле көнөнә арналған саралар ойошторолдо.

6б һәм 6в кластары араһында "Үҙ телемдә һөйләшәм" исемле интеллектуаль уйын үткәрелде. "Тапҡырҙар" һәм "Зирәктәр" командаларына бүленеп, уҡыусылар Башҡортостандың тарихы, әҙәбиәте, мәҙәниәте буйынса алған белемдәрен файҙаланып, викторина һорауҙарына яуап бирҙе, ребустар, кроссвордтар систе, әкиәт геройҙарын тапты, йомаҡтар ҡойҙо, мәҡәлдәр уйланы. Уйын барышы концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Ярыш бик сәмле барҙы һәм абруйлы жюри ағзалары Вәлиева Мәрйәм Абдрахман ҡыҙы, Ирназарова Юлиә Ишкилде ҡыҙы уйынсыларҙың яуаптарын баһаланы. Һөҙөмтәлә "Тапҡырҙар" командаһы еңеүсе тип билдәләнде.

Был уйындан һуң уҡыусылар "кешенең теле ни тиклем бай булһа, фекере шул тиклем тәрән, тос була" тигән фекергә килделәр.

Башкирский лицей имени Рамазана Уметбаева (vk.com)

Үҙ телебеҙҙә һөйләшәйек, уның матурлығын юғалтмай ҡәҙерләп йәшәйек. Шул ваҡытта киләсәк быуындар күңелендә мәңге яңғырар башҡорт теле.