1. Ученикам
  2. Новости
  3. Хоҡуҡ һаҡлау органдары рәйесе Рәшит Хәйҙәр улы Иҙрисов менән осрашыу уҙғарылды

Хоҡуҡ һаҡлау органдары рәйесе Рәшит Хәйҙәр улы Иҙрисов менән осрашыу уҙғарылды

Декабрь 9, 2022 Просмотров: 62
9 декабрь Рәсәйҙә – Ватан Геройҙары көнө

Революцияға тиклем Георгий кавалерҙары байрамы булараҡ билдәле дата яңы тарихта яңыса атама алһа ла, эстәлеге үҙгәрешһеҙ – ысын батырҙарға дан һәм хөрмәт өлгөһө.

Батырҙарҙың ҡаһарманлығы байрам көндәрендә генә түгел, мәңге хәтерҙә.
Рәсәй геройҙары көнө уңайынан, Башҡорт лицейы уҡыусылары, һуғыш, хеҙмәт ветерандары йәмғиәте,ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары рәйесе Рәшит Хәйҙәр улы Иҙрисов менән осрашыу уҙғарылды.

Йома көнө, ошондай батырлыҡ сәғәттәре, башка кластарҙа ла ойошторолдо. Илһөйәрлек дәрестәре Ватанға тоғролоҡ тойғоһон тәрбиәләр өсөн мөһим.