1. Ученикам
  2. Новости
  3. Республика политехник лицей-интернатынан килгән делегацияның маҡсаты - тәжрибә уртаҡлашыу

Республика политехник лицей-интернатынан килгән делегацияның маҡсаты - тәжрибә уртаҡлашыу

Декабрь 6, 2022 Просмотров: 17
Бөгөн лицейыбыҙ Күмертау ҡалаһынан ҡунаҡтар ҡабул итте. Республика политехник лицей-интернатынан килгән делегацияның маҡсаты - тәжрибә уртаҡлашыу. Улар өсөн химия (Ғәйнизарова М.Ә.) һәм физика (Иҙрисова З.Р.) фәндәре буйынса асыҡ дәрестәр күрһәтелде, музейыбыҙға экскурсия ойошторолдо, лицей администрацияһы менән түңәрәк өҫтәл уҙғарылды. Түңәрәк өҫтәл артында килгән ҡунаҡтар өсөн лицейыбыҙҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре тураһында сығыштар яңғыраны, әңгәмә ҡоролдо. Бөгөнгө көн килгән ҡунаҡтар өсөн дә, лицей педагогтары өсөн дә бик фәһемле булды.