1. Ученикам
  2. Новости
  3. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы

Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы

Август 25, 2022 Просмотров: 125
25 август көнө Сибай ҡалаһында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе үтте.

Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Насыпова Люциә Марс ҡыҙының фиҙаҡәр хеҙмәте "Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы" исеме менән билдәләнде.

Хөрмәтле коллегабыҙҙы ошо ҡыуаныслы ваҡиға менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә уңыштар, ҙур еңеүҙәр, уҡыусылар рәхмәтенә һәм ата-әсәләр ихтирамына лайыҡ булыуын теләйбеҙ!