1. Ученикам
  2. Новости
  3. Алло! Беҙ таланттар эҙләйбеҙ!

Алло! Беҙ таланттар эҙләйбеҙ!

Июль 6, 2022 Просмотров: 82
Һеҙҙең көпә-көндөҙ йондоҙ күргәнегеҙ бармы? Юҡтыр. Беҙгә бөгөн күрергә насип булды. Күктә лә түгел, ә үҙебеҙҙең лицей сәхнәһендә. Лагерҙа "Алло! Беҙ таланттар эҙләйбеҙ!" исемле конкурс-фестивалдең тамашасылары булдыҡ беҙ. Ниндәй генә сығыштар булманы бында: йыр, бейеү, шиғыр, хатта фокус күрһәтеү ҙә булды. Ә "Урал батыр" эпосының өҙөгөн тыңлау күңелдәрҙә ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Конкурста ҡатнашыусылар төрлө номинацияла маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнделәр.