1. Ученикам
  2. Новости
  3. Китап көнө

Китап көнө

Июль 6, 2022 Просмотров: 29
Лагерҙа ял итеүсе балалар өсөн бөгөнгө көн "Китап көнө" тип иғлан ителде. Иртәнге аштан һуң күмәкләшеп тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһына юл тоттолар. Был сәйәхәттең маҡсаты балалар китаптары менән таныштырыу, китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уятыу ине. Балалар каникул тип торманылар, викторина һорауҙарына ихлас яуап бирҙеләр, белгәндәрен иҫкә төшөрҙөләр, рәхәтләнеп уйнанылар, балалар өсөн сығарылған төрлө китап-журналдар менән таныштылар.
8 июль - Ғаилә көнө яҡынлаша, балалар атай - әсәй, ғаилә тураһында шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырлап бүләккә тәмлекәстәр алып ҡыуандылар. Ошондай матур һәм иҫтә ҡалырлыҡ сәйәхәт ойошторған апайҙарға ҙур рәхмәт.