1. Ученикам
  2. Новости
  3. Юлда йөрөһәң, бул өлгөр

Юлда йөрөһәң, бул өлгөр

Июль 5, 2022 Просмотров: 26
Юлда йөрөһәң, бул өлгөр,

Юл ҡағиҙәһен ныҡ бел.

Светофорҙың һәр бер төҫөн

Юлдың билдәләрен бел.

Һәр кемдең йөрөгән юлдары хәүефһеҙ генә булһын ине. Бигерәк тә балалар был турала онотоп китәләр. Юл йөрөү ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү маҡсаты менән "Сулпан" театры артистары мауыҡтырғыс музыкаль спектакль әҙерләгәндәр. Балалар светофорҙы бәләнән ҡотҡарыу өсөн янып - көйөп ултырҙылар, светофорҙың һәр бер төҫөнөң батшалығына сәйәхәт ҡылдылар һәм үҙҙәре өсөн бик фәһемле мәғлүмәт алдылар.