1. Ученикам
  2. Новости
  3. Эш бөткәс ял итергә

Эш бөткәс ял итергә

Июнь 3, 2022 Просмотров: 42
Бына 2021-2022 уҡыу йылы ла артта ҡалды... Был уҡыу йылын 6а уҡыусылары тырышып уңышлы тамамланы: йыл һөҙөмтәһе буйынса 76% сифатлы өлгәш менән класыбыҙҙа 7 отличник, 12 ударник, ә ҡалған 6 уҡыусыбыҙға киләһе йылға икешәр-өсәр "3"-лөләрен күберәк көс һалып төҙәтергә ҡала. "Иң яҡшы класс" конкурсы һөҙөмтәһе буйынса призлы урын яулап "Сайран" ял базаһына сертификат менән бүләкләндек. Эш бөткәс ял итергә ярай тигәндәй, Абҙаҡ ял комплексына барып, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, аквапаркта рәхәтләнеп һыу инеп, боулинг уйнап, матур ял итеп ҡайттыҡ. Алда - беҙ яратҡан йәйге ял көндәре!!