1. Ученикам
  2. Новости
  3. 4 класс уҡыусылары өсөн тәүге уҡытыусылары һәм башланғыс класс менән хушлашыу сараһы утте

4 класс уҡыусылары өсөн тәүге уҡытыусылары һәм башланғыс класс менән хушлашыу сараһы утте

Май 21, 2022 Просмотров: 174
20 май Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында 4 класс уҡыусылары өсөн тәүге уҡытыусылары һәм башланғыс класс менән хушлашыу сараһы үткәрелде.

Уҡыу алдынғылары, олимпиада еңеүселәре, ҡала кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурста призлы урын яулаусылар, спортты үҙ итеүселәр маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Сараға саҡырылған ата-әсәләр, ҡунаҡтар дүртенселәрҙең сығыштарын ихлас алҡышланылар.

Бейеү түңәрәген етәкләүсе Исрафилова Әлиә Таңғатар ҡыҙы өйрәткән һәр бейеүҙе, хушлашыу вальсын уҡыусылар бик дәртле итеп башҡарҙылар. Музыка уҡытыусыһы Байсурина Ләйсән Вәкил ҡыҙы тарафынан өйрәтелгән йырҙар залда ултырған һәр кемдең күңелендә дәрт, рух уятты. Уҡыусылар мәктәп тормошона ҡағылышлы көләмәстәр һәм шиғырҙар һөйләнеләр, хатта рэп та йырланылар.

Музыка мәктәбендә шөғөлләнеүсе Ишйәрова Нәркәс фортепианола, Илтенбаева Самира флейтала, Ғүмәров Искәндәр ҡумыҙҙа уйнауҙары, Ғәйнуллина Айзилә айырым бейеүе менән барыһын да таң ҡалдырҙылар.

Класс етәкселәре Әбүзәрова Гөлфиә Илфат ҡыҙы (4 а), Хәмитова Миләүшә Ишбулды ҡыҙы (4 б), Бикмәтова Рәсимә Әхмәтзиә ҡыҙы (4 в) буласаҡ бишенселәргә изге теләктәрен еткерҙеләр. Ата- әсәләр һәм уҡытыусылар араһындағы йылы мөнәсәбәт һәм берҙәмлек сара барышында күренеп торҙо, сикһеҙ оло рәхмәт һүҙҙәре яуҙы.

Кисәне дүртенсе класс уҡыусылары Кәйекбирҙин Рәсим, Сафиева Карина һәм Әбсәләмова Лиана бик оҫта итеп алып барҙылар. Барыр юлдары яҡты, тыуыр таңдары тыныс, һәр бер көндәре ҡыуаныслы, уңышлы, шатлыҡлы булһын дуртенселәрҙең!