1. Ученикам
  2. Новости
  3. 4 в класы Абзаҡ ял йортона юл тотто

4 в класы Абзаҡ ял йортона юл тотто

Май 22, 2022 Просмотров: 50
Беҙҙең 4 в класы һәм класс етәксеһе Бикмәтова Рәсимә Әхмәтзиэ ҡыҙы сығарылыш кисәһенең иртәгеһенә 27 уҡыусы һәм 15 атай-әсәй Абзаҡ ял йортона юл тотто. Иртәнсәк көслө ямғыр яуып торһала, берәүҙең дә кәйефен боҙманы. Белорет районы Абзаҡ ауылына килеп еткәндә хатта ҡар яуа ине. Абҙаҡ ял итеү урыны бик матур тәбиғәтле ерҙә урынлашҡан. Иң беренсе булып балалар зоопарк ҡаранылар. Унда ниндәй генә хайуандар, ҡоштар юҡ. Балалар уларҙы тотоп та, ашатып та ҡаранылар. Зоопарктан һуң боулинг уйнарға барҙылар. Боулинг уйыны бик дәррәү генә барҙы, ҡайһы бер балалар тупты бик оҫта тәгәрәтәләр ине. Боулингтан һуң кафеға барып бик тәмле төшкө аш ашанылар һәм аквапаркка йүгерҙеләр. Аквапаркта рәхәтләнеп 2 сәғәт буйы һыу инделәр, уйнанылар. Беҙҙең 4 в класс уҡыусылары уҡыу алдынғылары ғына түгел, шулай шәп ял итә лә беләләр.