1. Ученикам
  2. Новости
  3. БАШ ҠАЛАБЫҘ ӨФӨГӘ СӘЙӘХӘТ

БАШ ҠАЛАБЫҘ ӨФӨГӘ СӘЙӘХӘТ

Май 14, 2022 Просмотров: 103
БАШ ҠАЛАБЫҘ ӨФӨГӘ СӘЙӘХӘТ

Тау башында балҡый бер ҡала,
Ул ҡала Өфө тип атала.
Яҡтыраҡ яна йондоҙҙары,
Матурҙар малай һәм ҡыҙҙарҙы...

12-14 майҙа 4 б класы уҡыусылары Өфө ҡалаһына сәйәхәт ҡылдылар.
Баш ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындары, билдәле һәйкәлдәре буйлап экскурсия, мәсеттә, Милли музейҙа, ботаника баҡсаһында булыу, "Ирәмәл" сауҙа үҙәге янындағы 150 метр бейеклегендәге шайтан ҡуласаһында әйләнеү, "Трамплин"
канат юлы буйлап фуникулерҙа йөрөү, "Планета" аквапаркындағы ял, поездағы мажаралар - барыһы ла сағыу, онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы!
Ҡыҙҙар һәм малайҙар рухи яҡтан байып, Өфө ҡалаһы тураһында белемдәрен киңәйтеп, үҙ-ара тағы ла нығыраҡ дуҫлашып ҡайттылар.

Ошо сәйәхәтте ойоштороуҙа ярҙам иткән хөрмәтле ата-әсәләребеҙгә, класс етәксеһе менән Өфөгә барған, уҡыусыларҙы ҡурсалап ҡарашып йөрөгән әсәйебеҙ Ханафина Эльвира Камил ҡыҙына һәм өләсәйебеҙ Төлкөбаева Мәрзиә Ҡужәхмәт ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!