1. Ученикам
  2. Новости
  3. 1б класының «Әлифба» байрамы!!!

1б класының «Әлифба» байрамы!!!

Апрель 28, 2022 Просмотров: 18
Бөгөн 1б класында «Әлифба» байрамы үтте. Әле яңы ғына лицейыбыҙ ишеген асып ингән уҡыусыларыбыҙ, үҙҙәренең алған белемдәрен күрһәттеләр, шиғырҙар һөйләнеләр, бейенеләр, йырҙар йырланылар. Белем иленең юғары баҫҡысына күтәрелеүҙә ярҙам итеүсе уҡытыусылары, күп көс түгеүсе ата-әсәләре балаларға уңыштар теләне. Лицей директоры Дилә Урал ҡыҙы балаларға матур теләктәр әйтте.
Беренселәр инде ҙурайҙылар, икенсе класс уҡыусылары булырға торалар! Ҡабатланмаҫ баласаҡ иленең иң шәп байрамдарының береһе онотолмаҫ иҫтәлек булып хәтерегеҙҙә ҡалыр. Аҡ юл һеҙгә кескәйҙәр, киләсәктә лә һынатмағыҙ!