1. Ученикам
  2. Новости
  3. Өфө ҡалаһының 2-се һанлы Смарт полилингваль гимназияһынан килгән ҡунаҡтар менән осрашыу

Өфө ҡалаһының 2-се һанлы Смарт полилингваль гимназияһынан килгән ҡунаҡтар менән осрашыу

Март 19, 2022 Просмотров: 86
18 март Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында, Өфө ҡалаһының 2-се һанлы Смарт полилингваль гимназияһынан килгән ҡунаҡтарҙы ҡабул итте.

Осрашыу түңәрәк өҫтәл артында ойошторолған файҙалы һәм фәһемле фекер алышыуҙан башланды. Фәтҡуллина Дилә Урал ҡыҙы үҙенең сығышында лицей тормошондағы уңыштар, еңеүҙәр һәм иң сағыу ваҡиғалар менән таныштырҙы. Китапханасы Вәлиева Мәрйәм Абдрахман ҡыҙы этнографик һәм Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаевтың музейҙарына экскурсия ойошторҙо.

Экскурсиянан һуң ҡунаҡтар асыҡ дәрестәргә саҡырылды. Башланғыс класс уҡытыусылары Ибраһимова Г.Д., Кәримова Ф.Ә., Бәрәкәтова Р.У., башҡорт теле уҡытыусыһы Минниәхмәтова Л.Н., математика уҡытыусыһы Хәмитова А.С., рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәбитова С.Ә., тарих уҡытыусыһы Ғүмәрова З.Ғ., инглиз теле уҡытыусыһы Байбулатова Э.И. күрһәткән дәрестәр юғары кимәлдә үтте.

Осрашыу лицейыбыҙ йондоҙҙары тарафынан әҙерләнгән концерт менән тамамланды. Исрафилова Әлиә Таңғатар ҡыҙы етәкләгән Зәкир Үҙәнбаев исемендәге бейеү ансамбленең сығыштары, Байсурина Ләйсән Вәкил ҡыҙы өйрәткән йырҙар барыһының да күңеленә хуш килде.

Ҡасандыр ошо лицейҙа белем алып, хәҙерге көндә Өфө ҡалаһының 2-се һанлы Смарт полилингваль гимназияһында директор вазифаһын башҡарыусы Әминев Наил Радик улы оло рәхмәтен белдерҙе һәм тыуған лицейына изге теләктәрен, артабан да бергәләп эшләргә, тәжрибә уртаҡлашырға тигән ниәтен еткерҙе.