1. Ученикам
  2. Новости
  3. Әсәләр - нур сәсәләр!!!

Әсәләр - нур сәсәләр!!!

Март 5, 2022 Просмотров: 47
3а класында "Әсәләр - нур сәсәләр " байрамы булып үтте. Был байрамға ветеран уҡытыусылар ҙа саҡырылды. Зөлхизә Шәйәхмәт ҡыҙы Ғиззәтуллина һәм Фирүзә Мөхтәр ҡыҙы Хоҙайғолова балаларҙы тәрбиәләү серҙәре менән уртаҡлаштылар.

Кисә барышындағы күңелле уйындар әсәйҙәрҙең кәйефен күтәрҙе. Шулай уҡ балаларҙың "Әсәй булыу ҡыйынмы? ", "Әгәр мин әсәй булһам...", "Әсәйҙәр нимә ярата" кеүек һорауҙарға тапҡыр яуаптарын ишетеп берсә көлдөләр, берсә уйланылар.

Фәһемле осрашыуҙы тәмлекәстәр менән сәй эсеп тамамланыҡ. Изге ниәттәр, матур теләктәр теләп таралыштыҡ.