"Нимә ул - толерантлыҡ?
Ноябрь 29, 2021
Просмотров: 229
"Нимә ул - толерантлыҡ? "
Ошо һорауыбыҙға яуапты, Йәштәр Үҙәгендә урынлашҡан китапханала алдыҡ." Бөтә донъя толерантлыҡ көнө" нә арналған мәҙәни сарала беҙҙең 3А класы ла ҡатнашты. Сараны Венера Мазһар ҡыҙы Ҡунаҡҡолова һәм Рәйсә Зәкир ҡыҙы Ҡунаева бик ҡыҙыҡлы, фәһемле алып барҙылар.
Әңгәмә барышында балалар үҙҙәренең холҡондагы ыңғай яҡтары ғына түгел, ә кире яҡтарын да һөйләп үттеләр. Ошондай тәрбиәүи, файҙалы дәрес өсөн китапхана хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.