17 февраль көнө А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт драма театрында"Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы"тигән спектакль ҡуйылды.
Февраль 17, 2023
Просмотров: 57
17 февраль көнө А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт драма театрында"Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы"тигән спектакль ҡуйылды. Спектаклде лицейыбыҙҙың 6б һәм 10а класы ҡараны. Әйтергә кәрәк, 6б класына билеттарҙы 10 а класы, Пушкин картаһына алып, бүләк итте. Бәхетле булыу – һәр кешенең теләге. Тик һәр кем дә үҙ бәхете өсөн көрәшергә, бар ҡаршылыҡтарҙы үтергә әҙерме? ХХ быуат башында башҡорт ауылында йәшәгән йәш ҡыҙ Әлимәнең үҙ-үҙе булып ҡалыуы һәм бәхетенә ирешеү ынтылышы беҙгә ысын кеше өлгөһөн күрһәтә. Башҡорт әҙәбиәте классигы Дауыт Юлтый яҙған был тарих балаларҙың күңеленә лә үтте, фәһемле лә булды.