Шаулап-гөрләп яңы йыл байрамдары үтеп китте
Декабрь 28, 2022
Просмотров: 78
Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында шаулап-гөрләп яңы йыл байрамдары үтеп китте. 1-6 кластарҙың иртәлектәрендә 10-сы класс уҡыусылары саф башҡорт телендә әҙерләгән заманса әкиәт күрһәтте. Уҡыусылар блогер булырға хыялланған ҡуяндың мажараларын кинәнеп ҡаранылар, уйнанылар, бейеп-йырланылар. 7-10 кластары иһә Рәсәй халыҡтарының Яңы йыл традицияларын сағылдырған сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙылар. Сығыштар һөҙөмтәләре буйынса чемпион кластар билдәләнде.