1. Родителям
  2. Новости
  3. Башланғыс кластарҙан 5 класҡа күсеү – уҡыусылар өсөн ауыр ҙа, мөһим дә мәл.

Башланғыс кластарҙан 5 класҡа күсеү – уҡыусылар өсөн ауыр ҙа, мөһим дә мәл.

Ноябрь 15, 2022 Просмотров: 56
Башланғыс кластарҙан 5 класҡа күсеү – уҡыусылар өсөн ауыр ҙа, мөһим дә мәл. Ауыр, сөнки бер уҡытыусынан балалар күп предмет уҡытыусыларына күсә, яңы предметтар барлыҡҡа килә, мәктәп программаһы ҡатмарлаша. Балаларҙың статусы ла үҙгәрә: башланғыс кластарҙағы иң ҙур кластан урта звенола улар иң кесе класҡа әүерелә. Шуның өҫтәүенә, 5 класс уҡыусылары үҫмерлек осорона яҡынлаша. Ошо сәбәптәр арҡаһында уҡыусыларҙа борсолоу тойғоһо көсәйеүе мөмкин. Ошо һынылышлы мәлдә балаларға педагогтар, психолог ярҙамы мөһим.
15 ноябрь лицейыбыҙҙа үткәрелгән консилиум тап ошо маҡсатты күҙ уңында тотто. Лицей директоры, психолог, 5 кластарҙың класс етәкселәре, уҡытыусылар – барыһы ла уҡыусыларҙың яңы уҡыу шарттарына яраҡлашыуына һөҙөмтә яһанылар, нимәгә иғтибар көсәйтеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, киләсәккә эш планын билдәләнеләр.