Белем байрамына арналған тантаналы линейкала флагтарҙы индереү һәм сығарыу хоҡуғы шайморатовсылар класына тапшырылды.
Сентябрь 1, 2022
Просмотров: 66
Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында, Башҡортостан хөкүмәте ҡарарына ярашлы, шайморатовсылар класы булдырылды. Белем байрамына арналған тантаналы линейкала флагтарҙы индереү һәм сығарыу хоҡуғы тап ошо класҡа тапшырылды.
Легендар комдивтың исемен йөрөткән 7 б класын Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Ҡолһарина Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы тәбрикләне. Ҡәҙерле йәш шайморатовсылар! Халҡыбыҙ ҡаһарманы исеменә тап төшөрмәгеҙ, һынауҙарҙан һәм ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайынса һәр ваҡыт алға барығыҙ!