#лицейвлицах Иҙрисова Зилә Рәжәб ҡыҙы

Сентябрь 7, 2023 Просмотров: 23
#лицейвлицах
Иҙрисова Зилә Рәжәб ҡыҙы.
1. Тыуған яғы: Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы
2. Тыуған йылы: 25 ноябрь, 1973 йыл.
3. Урта белемде 2-се һанлы Аҡъяр мәктәбендә ала.
4.Эш стажы: 27 йыл.
5. Эш урыны: 1996 йылда Башҡорт дәүләт университетын физика факультетын тамамлап, Аҡъяр мәктәбендә тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары булып эш башлай. 2002 йылда Сибай гимназия-интернатына уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары булып күсә. 12 йыл дауамында “Ирәндек” лицейында физика предметын алып бара. 2019 йылдан алып Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейында физика һәм математика уҡытыусыһы булып эшләй, лицейҙың профсоюз комитетын етәкләй.
6. Ҡаҙаныштары. 2011 йыл – “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы призеры.
7. Наградалары. 2019 йыл – Сибай ҡала хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы, 2023 йыл – Профсоюз комитетының Маҡтау ҡағыҙы.
8.Тормош девизы: Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын.