Быйылғы уҡыу йылында йәнә шайморатовсылар класы асылды!
Сентябрь 1, 2023
Просмотров: 14
2021 йылда беҙҙең лицейыбыҙҙа Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класс булдырылды, был исемде йөрөткән 8б класында 24 уҡыусы белем ала. Быйылғы уҡыу йылында йәнә шайморатовсылар класы асылды. Йосопов Илнур Миңлеәхмәт улы етәкләгән 5 ш класында 26 уҡыусы белем ала башлаясаҡ. Шайморатовсылар кластары уҡыусыларында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы кавалеристары батырлығы миҫалында ил тарихына хөрмәт, илһөйәрлек, Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләнеп, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр, сәләмәт тормош рәүешенә өйрәтелеп, улар әүҙем гражданлыҡ ҡарашлы булып үҫеүҙәренә ышанабыҙ.