Башҡорт юниор КВН лигаһының унынсы миҙгеленең финалы

Апрель 18, 2023 Просмотров: 1216
17 апрель Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙғарылған Башҡорт юниор КВН лигаһының унынсы миҙгеленең финалында республиканың иң көслө ете командаһы йыйылды.
Дебютант команда булыуына ҡарамаҫтан, Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының "Баш бармаҡ" командаһы финалға килеп етте һәм 3 урынға лайыҡ булды!
Афариндар!!! Башҡорт телендә уйнаусы командаға киләсәктә яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!