Хәрби-патриотик айлыҡ сиктәрендә Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында педагог-китапханасы Вәлиева Мәрйәм Абдрахман ҡыҙы шайморатовсылар класы менән таҡтаташ янында әңгәмә уҙғарҙы.
Февраль 21, 2023
Просмотров: 23
Хәрби-патриотик айлыҡ сиктәрендә Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында педагог-китапханасы Вәлиева Мәрйәм Абдрахман ҡыҙы шайморатовсылар класы менән таҡтаташ янында әңгәмә уҙғарҙы. Лицейыбыҙҙағы таҡтаташ хәрби хеҙмәт ваҡытында Омск ҡалаһында фажиғәле һәләк булған Йомағолов Рөстәм Әкрәм улына арнап асылған. Сарала шайморатовсылар класы уҡыусылары таҡтаташҡа сәскә һалып, беҙҙең лицейҙың сығарылыш уҡыусыһы булған һалдатты иҫкә алдылар.