Әсәйҙәр көнөнә арналған концерт шаулап-гөрләп үтеп китте

Ноябрь 25, 2022 Просмотров: 58
Бөгөн лицейыбыҙҙа әсәйҙәр көнөнә арналған концерт шаулап-гөрләп үтеп китте. Сара моңло йырҙарға, дәртле бейеүҙәргә, нәфис һүҙгә бай булды. Шулай уҡ бөгөн балаларҙың ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолоп, уҡыусылар, уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар үҙҙәренә оҡшаған ҡул эшен һатып алыу мөмкинлегенә эйә булдылар. Сарала "Лицей оҫталары" видеоконкурсына ла йомғаҡ яһалды.