Өфөлә "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр республика конкурсына йомғаҡ яһалды

Октябрь 28, 2022 Просмотров: 56
27 октябрҙә Өфөлә "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр республика конкурсына йомғаҡ яһалды.
Был мәртәбәле конкурста 2-се класс уҡыусыһы Мөхәмәтшина Әминә (уҡытыусыһы Рәсүлева А.М) 2-се урын яуланы. 6-сы класс уҡыусыһы Яхина Зөлфиә (уҡытыусыһы Ҡәйепова Р.Н.) номинацияға лайыҡ булды. Еңеүселәргә дипломдар, аҡсалата премия һәм бүләктәр тапшырылды.
Ҡотлайбыҙ! Афариндар!
Уҡыусыларҙы оҙатып йөрөүсе музыка уҡытыусыһы Л.В.Байсуринаға рәхмәт белдерәбеҙ!