Йырың тыуғас үлмәһен, йылдар саңы күрмәһен!

Сентябрь 19, 2022 Просмотров: 39
Бөгөн лицейыбыҙҙың 9 класс уҡыусылары Сибай театр-концерт берекмәһе тарафынан ойошторолған "Йырың тыуғас үлмәһен, йылдар саңы күрмәһен" тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисәлә булып ҡайттылар.

Сарала Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраны, дәртле бейеүҙәр башҡарылды.