“Урал батыр” эпосынан өҙөктәрҙе яттан һөйләүселәр видеоконкурсытың йомғаҡлау тантанаһы
Июль 25, 2022
Просмотров: 28
“Урал батыр” эпосы - халҡыбыҙҙың донъяға мәғлүм мәшһүр эпостарының иң күренеклеһе, үлемһеҙ ҡомартҡыһы. Уны 1910 йылда халыҡ сәсәне, фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов Хәмит сәсән Әлмөхәмәтовтан һәм Ғәбит сәсән Арғынбаевтан яҙып ала. Бөгөн эпосыбыҙ төрлө телдәргә тәржемә ителеп донъяға таралған.
Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы уңайынан Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары берлеге һәм Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы мәшһүр сәсән Ғәбит Арғынбаев иҫтәлегенә арнап “Урал батыр” эпосынан өҙөктәрҙе яттан һөйләүселәр видеоконкурсы иғлан иткәйнҽ. Был конкурста Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейынан Яхина Зөлфиә, Байморатова Айзилә, Ғәзизова Әмилә ҡатнаштылар.
Видеоконкурстың йомғаҡлау тантанаһы 23 июль көнө Түбәнге Иҙрис ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар" һәм Ғәбит сәсән Арғынбаевка һәйкәл асыу байрамында үткәрелде. Был сараға Яхина Зөлфиә лә саҡырылды. Мәртәбәле конкурста Зөлфиә 2-се урын яуланы. Афарин!