Башҡорт лицейы уҡыусылары һәм уҡытыусылары халыҡ-ара акцияла ҡатнашып башҡорт телендә диктант яҙҙы.

Апрель 23, 2022 Просмотров: 46
Бөгөн, 23 апрель, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусылары һәм уҡытыусылары халыҡ-ара акцияла ҡатнашып башҡорт телендә диктант яҙҙы.

Һәр кем үҙ көсөн һынаны. Быйыл диктант өс төркөм өсөн айырым әҙерләнгән. Башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн бирелгән тексты 70 кеше яҙҙы.Үҙ телебеҙҙә диктант яҙыу- башҡорт теленән белемдәребеҙҙе тикшереү генә түгел, ә туған телебеҙҙе һаҡлау, яҡлау, уның мәртәбәһен күтәреү өсөн үткәрелгән акцияларҙың береһе.Киләсәктә лә туған телебеҙҙе үҫтереүгә, милләтебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыуға йүнәлтелгән ошондай сараларҙа әүҙем ҡатнашайыҡ!