Саналар оса, Ҡаршы ел выжлай...

Декабрь 27, 2021 Просмотров: 44
Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы

Саналар оса,
Ҡаршы ел выжлай.
Ә шатлыҡ беҙҙең
Күкрәккә һыймай.
Кемдәр ҡурҡмайҙар
Елдән, һыуыҡтан,
Шулар барыһы
Тау шыуа сыҡҡан.
                     Ш.Бикҡол

24 декабрь көнө 7-се б класы уҡыусылары ата-әсәләр менән берлектә "Ардан" ял базаһына Яңы йыл байрамын уҙғарырға йыйылды. Балалар рәхәтләнеп тауҙан шыуҙы, саф һауала йөрөнө, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ойошторған уйындарҙа ҡатнашты. Күңелле ял ойоштороусы ата-әсәйҙәргә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!
Яңы йыл яңы уңыштары менән килһен! Иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ!