Фән һәм технологиялар йылына арналған башҡорт телендә Бөтә Рәсәй иншалар конкурсы
Декабрь 27, 2021
Просмотров: 77
Башҡорт дәүләт университеты Фән һәм технологиялар йылына арналған башҡорт телендә Бөтә Рәсәй иншалар конкурсы үткәрҙе.
Был конкурста беҙҙең лицейҙың 11-се класс уҡыусыһы Һөйөндөков Ғайса ҡатнашты. Ул иншаһында үҙенең атаһы - БДУ-ның Сибай институтында математика һәм тәбиғи фәндәр факультеты деканы булып эшләүсе, биология фәндәре докторы Илгиз Варис улының тормошо, фәнни эшмәкәрлеге тураһында яҙҙы. Был ижади конкурста Ғайса 2-се урын яуланы.
Афарин, Ғайса! Ҡотлайбыҙ, уңыштар теләйбеҙ! Әйткәндәй, был конкурс һөҙөмтәһе БДУ-ға уҡырға ингәндә абитуриентҡа өҫтәмә балдар бирәсәк.
#РамаҙанӨмөтбаевисемендәгебашҡортлицейы
#Годнаукиитехнологий
#Фәнһәмтехнологияларйылы