Башҡорт лицейында Милли кейем көнө үтте
Сентябрь 12, 2025
Просмотров: 459
Башҡорт халҡының рухи ҡомартҡылары араһында милли кейем айырым урын алып тора. Ул – быуындан-быуынға күсеп килгән тарих, мәҙәниәт һәм рухи мираҫтың асыҡ сағылышы. Шуға күрә лицейҙа ойошторолған Милли кейем көнө үҙенсәлекле байрамға әүерелде.
Сараның төп маҡсаты – уҡыусыларҙа үҙ халҡының традицияларына ихтирам тәрбиәләү, башҡорт милли кейеменең байлығын һәм матурлығын күрһәтеү ине. Лицейҙа иртә менән йәнлелек тойолдо: уҡыусылар һәм уҡытыусылар милли рух менән байытылған, сағыу кейемдәрҙә йыйылды.
Был көн бөтә республика буйлап киң билдәләнә һәм беҙҙең лицейҙа ла балалар әүҙем ҡатнашып, байрамға үҙ өлөшөн индерҙе.
Милли кейем көнө барыһын да берләштергән, рухи көс һәм ғорурлыҡ уятҡан байрам. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар башҡорт халҡының бай тарихына тағы ла яҡынайҙы, ә милли кейемдәр үҙҙәренең сағыулығы менән күңелдәрҙә онотолмаҫ хәтирә ҡалдырҙы.
#учусьвнациональномкостюме, #милликейемдәуҡыйбыҙ, #МиллиКейемКөнө2025, #ДеньНациональногоКостюма2025
#ҡоролтай
#ВсемирныйКурултайБашкир
#МиллиКейем2025