Йәрминкә
Сентябрь 11, 2025
Просмотров: 3
Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында бөгөн йәрминкә гөрләне.Өҫтәлдәр төрлө йәшелсә-емеш, бихисап ҡамыр аштары, татлы бал,оҫта ҡулдар эшләгән әйберҙәр менән һығылып торҙо.1-2 сәғәткә уҡыусылар үҙҙәрен ысын сауҙагәр итеп тойҙо. Йәрминкә күңелле йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.Сарала ҡатнашҡан барлыҡ уҡыусыларға,уларҙың атай- әсәләренә афарин тип кенә әйтәһе килә.